Һин донъяны танып белмәгәндә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һин донъяны танып белмәгәндә
Ул һинеке түгел – ят һиңә...
Ә таныһаң – ошо таныуың да
Мәңгелектән килгән хaт һиңә.
Мәңгелектең бөйөк мөхәббәте
Бар иткән бит һине, эй, кешем!
Һин замандар ағасынан тыуған
Шул ҡөҙрәттең ғәжәп емеше!
Һин һөйләшһен өсөн телең менән
Күпме елдәр, һыуҙар һөйләшкән!
Күпме йәшен ҡойған сал болоттар...
Күпме ҡурай көйөн көйләшкән...
Тел – мөғжизә!..