УРЛАНҒАН ЙЫР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мәхәббәт ул яҡшы йырға оҡшаш, Еңел түгел йырҙы сығарыу... С. Щипачев

Һин миңә бер бөйөк асыш инең,
Урланылар минең асышты.
Хәйер, үҙең, үҙ-үҙеңде урлап,
Бурҙар менән бергә ҡасыштың!..

Ни мәғәнә хәҙер ул асыштан
Буш уйынсыҡ тотҡан бурҙарға?
Сер асҡысың миндә тороп ҡалғас,
Һин – йырланмаҫ бер йыр уларға.

Ырғытырҙар берәй юл сатында,
Кем йөрөтһөн артыҡ ҡазаһын?
Тик эҙләмәм инде мин ул йырҙы,
Һәр енәйәт табыр язаһын!..