СҮЛ ЙЫРЫ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
А. Бородиндың «Урта Азияла»
тигән музыкаль картинаһынан
Икһеҙ-сикһеҙ ҡайнар ҡом сахраһын
Ярып бара сабыр дөйәләр.
Сүл елдәре тауҙай ҡом тулҡынын
Аяҡ аҫтарына өйәләр.
Ҡом да ҡом тик! Ҡом-йыландар
Табандарын сағып ҡалалар.
Тик дөйәләр ғорур, тыныс атлай,
Төшкән кеүек ергә Аллалар.
Мәңгелекте ялғап мәңгелеккә,
Тартылғанда каруан сылбыры,
Төштәремдә сихри илдәр күреп,
Тыңлап барам мин дә сүл йырын.