АЙ БӘПКӘЛӘРЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мәрйәм апайыма

Йөҙөп сыҡты ла Ай күк күленә,
Йондоҙ бәпкәләрен эйәртеп,
Һәр береһен таңдар һарғайғансы,
Һаҡлап йөрөй, ҡош-ҡорт тейер, тип.

Ә мин һаман Ерем ҡыҙы менән
Көтәм ошо ғаләм көтөүен.
Тик ялҡытмай бала саҡтағыса
Таңдар түгел, йылдар үтеүе!..

Мин әҙермен мәңге көтөргә лә:
Йөрөһөн Ай бәпкә эйәртеп!
Тик шомланам бала саҡтағыса,
Аҡҡошома ҡош-ҡорт тейер, тип...