Ат эсерәм йылыуҙан
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ат эсерәм йылыуҙан,
Күҙ алмайым һылыуҙан,
Һыҙғырып та ебәрәм,
Әллә йөрәк ярһыуҙан.
Их, һыуға барыуҙарың,
Һыу һирпеп алыуҙарың,
Тик һүндермәй һыуҙарың
Йөрәгем ярһыуҙарын.
Һыҙылып таңдар атҡанда,
Һыуҙар алып ҡайтҡанда,
Түгелмәне һыуҙарың –
Түгелде күҙ нурҙарың,
Түгелде күңелемә.
Һыу ташымай, ут ташыйһың –
Әллә еңелме миңә?
Ал таңдың атыуҙары,
Аҡ томан ятыуҙары,
Ат эсереп, һыу күтәреп,
Аһ, бергә ҡайтыуҙары!..