ҠЫШ ӘКИӘТЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй
Мин шыуған һайын.
Ә саңғыһыҙ шыуа күктән
Нур ҡойған айым.
Әкиәттәге кеүек урман!
Күгелйем төҫлө.
Ҡарға сумған ҡарағайҙар
Шундай хуш еҫле!
Гүйә, күктән ҡайындарға
Яуған йондоҙҙар –
Ем-ем килеп емелдәшә
Елбәҙәк ҡарҙар.
Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай,
Алдымдан елә.
Ҡыуып етеп, көрткә үҙен
Күмәһем килә.
Алһыу алма һымаҡ янған
Уның биттәре,
Бәҫ һырыған сәс толомон,
Күҙ керпектәрен...
Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән
Ҡыуам да ҡыуам.
Юҡ, мин һине тапмайынса
Һис тә туҡтамам!..
Тик һин төштә булһа ла күр
Яңғыҙ әҙемде,
«Яратам», тип ҡарға яҙған
Ҡайнар һүҙемде!..