ЭЛЛАДА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Тула дәүләт циркы артистары Алла Козинова менән Михаил Марковҡа

Грек ҡыҙы Элла-Эллада,
Һин миңә тик шиғри баллада,
Һин миңә тик алыҫ хыял ғына,
Грек ҡыҙы Элла-Эллада,
Һин ысын да миңә, Аллам да.
Был илаһи һын тик хыял ғына,
Һулышынды бары тоям ғына.
Грек ҡыҙы Элла-Эллада,
Һин ике төн бергә булһаң да,
Вагон купеһы тик юл өйө,
Айырылышыу көйө – был көйөм.
Грек ҡыҙы Элла-Эллада,
Һин сәйемә бәлзәм ҡойһаң да,
Тик Толстой мине Геродот, ти,
Геродот тиһә лә, не тот, ти.
Грек ҡыҙы Элла-Эллада,
Һин миңә тик шиғри баллада,
Афродита – ул да тыумаҫ беҙҙән,
Тик циркта уттар юймаҫ күҙҙән...