ИЛ ТАЯҒЫ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Илеңдәге һәр ни телгә килә,
Телгә килә, көлә, һөйләшә.
Бергә көйөнә лә, һөйөнә лә,
Ятҡа баҡһаң, хатта көнләшә.
Үҙ ҡоралың яйлы, яу килгәндә,
Яттыҡынан ҡайтыш була ла.
Үҙең менеп йөрөгән атың яҡшы,
Башҡа аттар уны уҙһа ла.
Үҙ ереңдә ятҡан таяҡ менән
Еңелерәк юлдар үтеүе.
Бер өйрәнгәс, аҙаҡ ауыр хатта
Таяғын да ташлап китеүе.