ӨФӨ ВОКЗАЛЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Рауил Бикбаевҡа

Иҫтәлектәр менән йәшәмәйҙәр,
Иҫтәлектәр ят ул йәштәргә,
Улар бары тамсы һыу тип ҡарай
Тәгәрәп төшкән тоҙло йәштәргә.

Тоҙло йәштәй тәгәрәгән һайын,
Юлым төшөп вокзал яғына,
Мин ниңәлер, Өфөм, әрнеү ҡатыш
Иҫке вокзалыңды һағынам.

Юҡ һин хәҙер иҫке йәшел вокзал –
Ильич йәшлегенең шаһиты.
Яңы һалған бөтә вокзалдарға
Ҡуйыр инем һине шаһ итеп.

Һин үҙең бер тере һәйкәл инең
Үткән йылдар, үткән юлдарға.
Бик йыш ҡына ирек ҡуябыҙ шул
Емерергә төҙөгән ҡулдарға...

Мин Ильич та, Чапаев та түгел –
Минең эҙҙәремде һаҡларға,
Тик миңә лә яҙмыш яҙған икән
Шул юлдарҙан бер көн атларға.

Көлтәләрҙе ҡыҫып бәйләгәндәй,
Бер үк бит ул юлдар төйөнө,
Минең дә бит әле тамағымда
Алабута тора төйөлөп...

Күҙ алдыма дөбөр-дөбөр килә
Вагон башындағы ҡалайҙар.
Арҡаһына юл тоҡсайы аҫҡан
Сабаталы сая малайҙар.

Берәҙәктең финка эҙҙәренән
Әле булһа ҡулдан ҡан аға...
Вагон баштарында алышып беҙ
Шулай килеп төштөк ҡалаға.

Берәҙәктәр – йылғыр, ә беҙҙә көс,
Улар – хәйлә, ә беҙ – таҫыллыҡ.
Һуғыш һалған беҙҙең ҡырҡ ямауҙар
Торбаларҙа ҡалды аҫылып.

Балалары хәтәр һуғыштың беҙ,
Беҙ ҙә китһәк яңы яуҙарға,
Иҫке вокзал яулыҡ болғап беҙгә
Тороп ҡалһа икән тауҙарҙа.