Яңы һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Яңы һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр,
Дөрөҫлөктө әйт һин тартынмай.
Һүҙең яңы булыр.
Яңылыҡ бит
Йөрөй дөрөҫлөктөң артынан.