Әйтер һүҙең көмөш булһа ла

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Әйтер һүҙең көмөш булһа ла,
Өндәшмәүең – ҡайсаҡ алтының.
Мин бигерәк һуңлап аңланым
Бөйөк аҡылын был халҡымдың.

Ауыҙ тулы ҡара ҡан булһа ла,
Төкөрмә, тип, дошман алдында,
Нисә ҡабат әсәм әйткәне бар,
Онотам шул шуны ҡапылдан...