ЯНДЫРЫЛҒАН ХАТТАР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Һеҙ был хатты минең уҡығанда,
Мин бик күптән үлгән булырмын...
Һаҙи Таҡташ

Хаттар, хаттар!..
Дүрт күҙ менән көткән
Кешеләрҙең күңел илсеһе!..
Кем һуң һеҙҙе
Башлап яҙҙы икән?
Үҙең генә, Хоҙай, белсе һин.
Тик кемдер бит
Башлап яҙған хаттар? –
Бәлки – туҙға?
Бәлки – тирегә?
Был асышҡа уҙған күп быуаттар.
Ә хaт ҡалған –
Мәңге йөрөргә!..
Бөйөк булған тәүге хaт яҙыусы,
Яҙмаһа ла хатын ҡағыҙға.
Бөйөк булған тәүге хaт уҡыусы –
Оло мәғәнә биргән ул туҙға.
Туҙға яҙмағанды һөйләмә лә, тигән,
Һәм әйтемгә һүҙе өйләнгән.
Туҙға яҙған һүҙҙәр сәпкә тейгән,
Йөрәктәргә йөрәк бәйләнгән.
Ялҡау булһам да бик хaт яҙырға,
Яратам бик хаттар алырға –
Күҙем төбәп төрлө яҙыуҙарға,
Яңғыҙ ғына уйға ҡалырға.
Яҡынайтып алыҫ араларҙы,
Күңелдәрҙе бәйләп күңелгә,
Шик-шөбһәле,
Ауыр хис-уйҙарҙы
Әйләндерә улар еңелгә.
Хаттарҙың да була төрлөләре,
Берәүҙәре ҡала ғүмергә,
Кеше итһә һине берәүҙәре,
Ҡалдыралыр ҡайһы күмергә.
Була шаяндары,
Етди эш хаттары,
Була һағышлыһы, наҙлыһы.
Була мәғәнәһеҙ һәм яттары,
Була ҡышлыһы һәм яҙлыһы.
Анттар биреп яҙған хаттар була,
Була хаттар – йөрәк аһтары...
Донъяларың хатта онотола,
Ни һыйҙырмай әҙәм хаттары!
Тапшырылмай ҡалған хаттар була,
Яҙылмаған хаттар шикелле...
Яндырылған хаттар була. Һүҙем
Яндырылған хаттар хаҡында.
«Хaт башы» һәм «Яҙ ҡаршы»лар менән
«Урал тауҙарындай сәләмдәр»
Бәләкәйҙән минең күңелемә
Тылсымлы һүҙ булып һеңгәндәр.
Ул хаттарҙы атай яҙа ине,
Яҙа ине һуғыш ҡырынан.
Ҡош телендәй ошо өскөл хаттар
Бөтә ине һәр саҡ йыр менән...
Еңеп ҡайтырбыҙ, тип, дошмандарҙы,
Яҙа ине һәр бер хатында.
Ул хаттарҙы ярты һандыҡ итеп
Һаҡлай ине әсәй алтындай.
Иҫтә әле, иҫтә ошо ҡалай һандыҡ,
Уны асһаң, атай һөйләшә.
Алма еҫе унан аңҡып китә,
Атай, гүйә, алма өләшә...
Уны асһаң, келт-келт сәғәт тибә:
Атайымдың тере йөрәге.
Ярты төнгә саҡлы, усҡа алып,
Тыңлай ине әсәй, күрәһең...
Иң ҡиммәте, эйе, хаттар ине,
Хаттар, хаттар, атай хаттары.
Ғәрәпсә, латинса, яңыса ла
Аҡ ҡағыҙға түккән аһтары...
Ай аҫтында, усаҡ яҡтыһында
Уҡый әсәй, алып ҡулына.
Йоҡлап ятҡан сабыйҙарын һөйөп
Илай ине аҙаҡ тын ғына...
Бер хaт бигерәк иҫтә. Ул ғәрәпсә –
Бик оло сер итеп яҙылған.
Уны әсәй беҙгә уҡымағас,
Урлап алып ҡуйҙым һандыҡтан.
Оҙаҡ йөрөттөм бик мин йәшереп
Уҡытырға тиеп ҡарттарҙан.
Уның үҙ тарихы, үҙ яҙмышы
Айырмалы башҡа хаттарҙан.
Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ икенсе йыл,
Апрель ине – һаман хәтерҙә.
Әсәйемдәр ҡамыл яндыралар
Байыҡҡыуаҡ тигән бер ерҙә.
Ер-һыу әле һурыҡмаған. Батҡыл.
Йырлай бары һабантурғайы...
Атайҙан хaт көтөп, мин почтаға
Сәғәт һайын барып урайым.
Ҡапыл шунда телефондан хәбәр –
Атай үҙе өндәшә.
Корпашауҙа!..
Фронтҡа үтеп бара...
(Атай менән һуңғы һөйләшеү.)
Саптым әсәйемә.
Байыҡҡыуаҡ...
— Ни булды һуң? Әллә хaт?..
— Юҡ, атайым үҙе...
— Ҡайҙа?
— Корпашауҙа. Ҡайҙа ат?
Беҙ ауылға тор ҙа сап!
Ҡаршы йүгерешә бөтә ялан,
Бөтә тауҙар, бөтә баҫыуҙар.
Ҡаршы йүгерә бар Йүрүҙән беҙгә,
Тын ҡыҫыла йөрәк ярһыуҙан.
— Атайың һуң нимә тине, улым? –
Һорай минән әсәй
йүгерә-атлай.
— Яҡын булһа, саҡыр, – тине атай.
Хәс тә атайымдың үҙ тауышы.
Бик асыҡмайһығыҙмы, ти...
Яҡшы уҡы, улым, ти...
Ярҙам итеш инәйеңә, ти...
— Тағы, тағы нимә ти?..
— Тәмәке тартма, улым, ти!..
— Тағы?..
— Кешеләрҙең баҡсаһына төшмә, ти...
— Ә һин ни тинең?
— Немецтарҙы еңеп ҡайтығыҙ,
Берлиндың иң бейек еренә –
Пожар һарайының башына
Байраҡ элеп ҡайтығыҙ, тинем.
— Һантый.
Пожарный ҙа булдымы бейек ер!
Һиңә генә бейек ул...
Йән-фарманға сабып килеп индек
Силсәүиткә, почта йортона.
— Йәғәфәр, был һинме?!!
Йәғәфәр!!! – тим!..
Тик атайым өндәшмәне...
Трубка ғына торҙо аҫылынып,
Сайҡалғандай елдә.
Ә инәйем сәсе туҙған килеш
Беренсе ҡат үкһеп иланы:
— Эй, Илаһым!!!
Атай китте уҙып Көнбайышҡа,
Эшелондар көтөп торманы...
Беҙгә бер хaт менән кер һабыны
Килтереп китте әллә кем берәү.
Шул һабындың эсенә йәшереп, атай
Ҡул сәғәтен һалып ебәргән.
Һуғыш бөттө. Еңеү көнө килде.
Беҙҙең атай һаман ҡайтманы.
Ҡайтҡан, имеш, тиеп, төштә күрҙек,
Ә өндә ул һаман ҡайтманы.
Аслыҡ ине. Сәғәте генә ҡалды.
Ул сәғәтте әсәй һатманы.
Ул сәғәтте алып элеп ҡуйҙы
Баш осона беҙҙең ятҡанда,
Тек-тек, тек-тек типте йөрәк
Кисе, төнөн, таңдар атҡанда...
Ә һалдаттар ҡайтты...
Ҡайһы ҡулһыҙ, ҡайһы аяҡһыҙ.
Хатта бейештеләр ағас аяҡ менән
Тыҡ-тыҡ килеп Еңеү туйында.
Тик-тик,
типте атай йөрәге,
Тик йөрәге – беҙҙең йөрәктә.
Типте йөрәк,
Беҙ атайһыҙ үҫеп йөрөһәк тә...
— Күрмәнеңме, ағай, атайымды?
— Күрмәнеңме, быуай, атайымды?..
— Күрмәнеңме, апай, атайымды?
Мөхлисә апай, осоусы апай!
— Күрмәнеңме, еҙнә, атайымды?
— Юҡ, күрмәнем...
— Ҡайтыр әле, ҡайтыр, – тинеләр,
Тик һүҙҙәре шикле инеләр.
Тик күҙҙәре йәшле инеләр.
үҙҙәре атай ҡайтмағанға
Хәс ғәйепле инеләр.
— Ҡайтыр әле, ҡайтыр, – тинеләр...
Йондоҙҙарын алып бирҙеләр,
Баҡсабыҙҙы һөрөп бирҙеләр,
Һыңар ҡулы менән һөйҙөләр...
— Шәп кеше ине Йәғәфәр, – тинеләр.
Һөйләнеләр
Бергә колхоз төҙөгәндәрен,
Комсомолға кергәндәрен,
Партияға кергәндәрен,
Бергә ерҙәр һөргәндәрен,
Уйын-көлкөләрен,
Монасипты үҙ һарығы менән
Һыйлап көлгәндәрен...
Таһир ағай ҙа,
Хаммат быуай ҙа,
Ғафур быуай ҙа,
Хафиз быуай ҙа...
Ярты ауыл ирҙәр ҡайтманы.
Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар
Йылдар буйы ятты һандыҡта.
Илай-илай, инәйҙәрҙең
Һуҡырайҙы күҙҙәре.
Әбейҙәр көтөп көмрәйҙе,
Әсәйҙәр әбей булды. Көттө.
Тик атайҙар ҡайтманы.
Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар
Йылдар буйы ятты һандыҡта.
Булды ауыр һүҙҙәр ишеткән дә:
— Атайың ул хәйлә белмәгән.
— Үтә ҡыҙыу ине шул...
— Минең ҡарғышым төштө... –
тиеүселәр ҙә булды.
Аталары ҡайтҡан малайҙар:
— Тоҙ ҡаҙый ул һинең атайың, – тип,
Ләкин беҙ үҫтек – һалдат
малайҙары...
Күрше Шәрип ағай – уҡытыусы,
атайымдың дуҫы,
Ғәлимә апай – уҡытыусым
Вагон баштарында мине
Өфөләргә алып киттеләр.
Рәхмәт һиңә, Мәхмүт бабай.
Үҙең туңып, беҙҙе уҡыттың!..
Ә хаттарҙы аҙаҡ әсәйем:
— Атайың үҙе ҡайтмағас... – тип,
Янып торған мейескә ырғытты.
Сәғәт – һоло онона алышынды.
Бер генә хaт ҡалған ни бары...