ЯУ ЯЛАНЫ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Венер Йәнбәковҡа,
«Атайсал»ы сыҡҡас
Шиғриәткә саҡырып килтермәйҙәр,
Шиғриәткә яулап инәләр.
Китер өсөн килә уға бары
Ҡунаҡ булып килгән генәләр.
Йөрәккә ҡуҙ һалдылар.
Ә шиғриәт – утлы яу яланы,
Кемдәр унда ятып ҡалмаған!..
Ятып ҡалғансы тик атып ҡалыр,
Яу үткәнен көтөп ятмаған.
Һүндермәйек йәндә яу ҡомарын,
Яу ҡомарын йондоҙ итерлек.
Һәр яугирға урын еткән һымаҡ,
Һәр шағирға урын етерлек!..