Ҡоластарым ташлап ятам ерҙә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡоластарым ташлап ятам ерҙә,
Аҡтамырҙар һеркә осора.
Күк карабы күкрәп үтһә үтһен,
Күк иңләргә инде юҡ сарам.
Иҫем китә бары бал ҡортоноң
Аҡ сәскәнән эскән балына.
Ниңә һуң мин һинең балың түгел,
Бал итсе, тип уға ялынам.
Юҡ шул икән, был донъяның миндә
Күберәк икән зәһәр ағыуы...
Күҙҙәремә нурын яғып китә
Күктән бары болот ағыуы...