Эй, тәнҡитсем, эй, күләгәм минең
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Эй, тәнҡитсем, эй, күләгәм минең,
Уҡыйһың да йолҡоп юлымды,
Һин тутыҡҡан һүҙ сынйырың менән
Бәйләп ҡуймаҡсыһың ҡулымды...
Имеш, ниҙер әйтеп бөтөлмәгән,
Бик томанлы, имеш, был фекер,
Тимер логика юҡ бында, имеш,
Төшөп ҡалған, имеш, бер өтөр!..
Әйтерһең дә, минең ғүмер бөткән,
Бөтәһен дә әйтеп бөтөргә.
Логика – ул бар тормошом минең,
Абынмасы килеп өтөргә!..
Ҡапламасы мине үҙең менән,
Мин эҙләнәм. Юлда. Мин тере.
Алмалағы алма төшө кеүек
Үҫә бит ул кеше фекере!..