ЙЫРҘАРЫМ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мөгөҙ эҙләп маташмағыҙ
Йырҙарымдан, баш ватып,
Атҡа ниңә мөгөҙ кәрәк?
Еккәнем бит – йөк аты!..
Йөк тейәгән арбаһы ла
Бик ябай арба юлға.
Таҡмағыҙсы биш тәгәрмәс,
Дүртеһе еткән уға!..
Бер ниндәй ҙә биҙәге юҡ,
Яланғас минең йырҙар –
Гүйә, ҡасып һыу инәләр
Тейәлеп килгән ҡыҙҙар!..