ҠУРҒАШ ШИШМӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
«Совет Башҡортостаны» гәзитендә бергә эшләгән иптәштәргә арнайым

Иҙрәп йоҡлай ҡала –
Гүйә, бала!
Ә ҡыйғас ай Өфөм өҫтөнән,
Ҡанаттары талған балыҡ һымаҡ,
Салҡан ятып,
Сәйер төҫ менән
Ҡарай миңә...
Ҡапыл саф һауаға
Баш әйләнеп китте, –
Арытҡан...
Урман тынған.
Аяҡ аҫты туңған,
Йоҡа ғына күкһел ҡар ятҡан.
Тик тынмайса,
Һис тә туңмайса –
Теләһә көн әллә нишләһен! –
Китмәй ялға,
Аға ла гел аға,
Сылтыр-сылтыр
Ҡурғаш шишмәһе.
Беҙҙең шишмә!..
Күңел әллә нишләй, –
Ил яҙмышы бында йыйыла.
Ил яҙмышы күҙ нурҙарым аша
Ҡурғаш хәрефтәргә ҡойола...
Сеү!
Ни булды?
Йондоҙ атылды.
Юҡ!
Йондоҙ түгел, –
Йәйеп ҡоласын,
Беҙ сығарған яңы газетаны
Алып китте көмөш ыласын.
Алып китте халҡым күңеленә
Илкәйемдең аҡыл, йөрәген.
Ҡайтам!
Таң да ата,
Ай ҙа бата...
Тиккә арытмаған, күрәһең...