БАЛА САҠ ҠОЯШЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мең ҡояшы булып бала саҡтың
Көнбағыштар яна баҡсала.
Күҙең ҡыҙһа, әйҙә, һикер ҙә төш,
Хикмәтеме уның аҡсала!
Эй шартлатып өҙәм табаҡтарын,
Йондоҙҙарын һыпырып төшөрәм.
Легиондар сафы Спартакты
Ҡамай мәллә, әллә төш күрәм?
Сыңғыҙ ғәскәреме саба әллә,
Ғәскәреме Аҡһаҡ Тимерҙең?
Әллә шулай Ҡырым сиреүеме
Ҡаплап алған алтын был ерҙе?
Уралымды урап алған яуҙай
Көнбағыштың һәр бер урайы.
— Туҡтағыҙ! – тип, мин был ҡара яуҙы
Ҡуй-һарыҡтай ҡырҡҡа турайым.
Сайыр еҫле аҡ мамығын уның
Үткер тештәремә килтерәм...
Эй балалыҡ! Әллә китап битен,
Әллә көнбағышмы мин тирәм?..