АУЫЛЫМ СӘХНӘҺЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Манараһы алып ырғытылған
Мәсеттәге ауыл сәхнәһе,
Сәхнә артындағы михрабында
Кескәй генә грим бүлмәһе
Хәтеремдә мәңге үлмәһен!
Бала саҡтан, йәйғор кеүек матур
Иң ҡәҙерле ошо бүләген
... изге иҫтәлеге итеп
Ғүмер буйы һаҡла, йөрәгем.
Беҙ тылсымлы көҙгө күргән кеүек,
Ауыҙ асып баҡтыҡ экранға.
Донъялағы иң әүлиә кеше итеп
Күрҙек беҙ Хөсәйен ағайҙы.
Төрлө әкәмәткә ҡулы оҫта,
Сәғәт, самокаттар яһаусы,
Тәүге радионы, киноаппаратты,
Төрлө антенналар ялғаусы.
Бүрек-түбәтәйҙе биреп уға,
Ялан аяҡ ҡара малайҙар,
Бушлай керер өсөн киноға,
«Телһеҙ кино» әйләндерҙек.
Хәтеремдә: тәүге телле кино килде,
Етмәһә, ул үҙе башҡортса,
Ул «Салауат» ине...
«Башҡорттарым, әйҙә алға!» – тиеп
Һаман саҡырғандай Салауат.
Тәүге һәүәҫкәрҙәр –
Йәмилә, Мәҙинә апайҙар,
Вәрис, Сибәғәт ағайҙар
Балалыҡ хыялдарымда
Иң ҙур артист булып ҡалғандар.
Улар ғашиҡтарын ҡыҙҙарына
Хәлил булып әйтте сәхнәлә,
Ғәлиәбаныу, Аҫылйәрҙәр булып
Үбешкәндер башлап сәхнәлә.
Матурлыҡты шулай һөйөргә,
Улар кеүек һөйә белергә
Өйрәндек беҙ ошо сәхнәнән.

Мәсет аша ай күренә.
Ай түгел ураҡ бит ул.
Бер ҙә юҡҡа ла елкенә –
Йәш йөрәк дурак бит ул.
Сылбыр менән уратылған
Комсомол ҡәберҙәре,
Йәшлек мәле ике килмәй,
Белегеҙ ҡәҙерҙәрен.