АЛ ҠУРАЙ, ҠУРАЙСЫМ!
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа
Бер йөрәк һыҡрай –
Бар йыһан ҡанһырай...
Тиҙерәк ал ҡурай,
ҡурайсым!
Йүгерһен бармағың,
Бар Урал тармағын
Тиҙерәк сорнаһын
берәй сың!..
Мөхәббәт, һин киттең –
Бәхетте юҡ иттең,
Көл иттең мәңгелек
өмөттө.
Күҙҙәрҙә ҡанлы йәш –
Хәс туңған пар миләш,
Уларҙы иретер
көн бөттө!..
Иретһә иретер,
Ир итһә ир итер
Илендә ирҙе тик
бер ҡурай.
Ал ҡурай, ҡурайсым,
Аҡ бәхет юрасы –
Ир янһа, – ер яна,
ҡон һорай!..