БИЛДӘҺЕҘ ҠАТЫН

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Крамскойҙың «Билдәһеҙ ҡатып»
картинаһына ҡарап

Эй билдәһеҙ ҡатын! Был донъяға
Нисә быуат инде бағаһың?
Бағаһың да күпме күңелдәргә
Саф мөхәббәт утын яғаһың.

Һин тик билдәһеҙ бер ҡатын булып,
Үтеп китһәң, елдәй, көймәңдә,
Үҙең менән күпме хазинаны
Күмер инең, аҡыҡ төймәңдәй...

Тик бер даһи рәссам ҡулы һине
Тотоп алып ҡалған мәңгегә.
Был илаһи күҙ ҡарашың менән
Һин билдәле хәҙер һәр кемгә.

Матурлыҡҡа ҡырыҫ был донъяла
Һаҡлап ҡалыу күркен кешенең
Һәм билдәле итеү билдәһеҙҙе –
Бәхетелер ижад эшенең?..