Йүрүҙәндә берәү һыу төшә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Йүрүҙәндә берәү һыу төшә,
Һыу төшөүе сәйер тамаша.
Йылға өҫтөн елдәр һөрә,
Тулҡын менән тулҡын талаша.

Ә ул йөҙә, сума, салҡан ята,
Һыу сәсрәтеп уйнай, ҡысҡыра.
Әллә ниндәй тыйылғыһыҙ көлөү
Шашындыра уны, шаштыра.

Кем икән ул, йәшен йәшнәгәндә,
Күкрәгәндә бөтә күк йөҙө,
Көлә-көлә, шулай ҡоторона?
Моғайын, был һантый мин үҙем?