МЕТАМОРФОЗАЛАР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡасандыр һин бер фәрештә инең,
Мин дә һиңә аллаң булғанда.
Бөтәһе лә ал да зәңгәр ине,
Зәңгәр ине бөтә хыялдар...
Ергә төштөк. Һин, ҡоралай булып,
Йөрөгәндә бейек тауҙарҙа
Беҙ күрештек. Һәм мин бүре хәҙер –
Аҡыл менән Йөрәк яуҙарҙа.
Тағы түбәнерәк төштөк. Беҙ күрештек –
Аждаһаға инде әйләнһәм,
Һин әйләндең урам буйындағы
Һағыҙ сәйнәп ятҡан кәзәгә,
Хыянатсыл, ҡонсол, көнсөл йәнең
Үҙ-үҙеңде һинең алданы.
Тормош ғәжәп. Ләкин үкенмәйем:
Һиңә алла хәҙер ялғаның!..