Булыр бала – бишектән...
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Булыр бала – бишектән,
Илгә сығыр ишектән.
Булырҙайға бер әйт тә,
Булмаҫтайға мең әйтмә.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы –
Таш сүлмәкте киңәйтмә.
Киңәйтергә кирге юҡ,
Арғы яҡта бирге юҡ –
Табалмабыҙ барһаҡ та;
Тигеҙ түгел бармаҡ та...