ИНТЕГРАЛДАР ПОЭМАҺЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Власть над Вселенной я считаю
Лишь попрошайкой у Любви.
Хафиз

Кәсер, һандар,
Интегралдар... –
Ниндәй алыҫ,
аңлайышһыҙ донъя аңыма!
Шул донъянан миңә ҡараның да
Мең-мең һорау ҡуйҙың алдыма.

Был донъяны
Мең-мең өлөшсәгә
Тураҡлаһа һинең кәсерҙәр,
Мин уларҙы,
Йыйған һымаҡ линза нурҙарҙы,
Күҙҙәреңә йыям,
Яныр өсөн,
Янып бағыр өсөн әсирҙәр!

Ә һындарың,
Интегралдың,
Һин ваҡлаған сикһеҙ кәсерҙәр –
Минең зиһен өсөн,
Гүйә, ерҙең тартыу көсө –
Мәңгелектән сикһеҙ мең серҙәр...

Миңә таныш бары һағыш,
Күңелдәге бушлыҡ –
Торичелли бушлығы.
Күҙ ҡарашың уны тултырҙы ла,
Сабырлығым бөтөп тамам,
Һиңә сабам,
Бәйгеләге аттай бышлығып.

Мин беләм тик Ерҙең тартыу көсөн.
Уның көсө
Минең өсөн –
Йөрәгеңдең тартыу көсөләй.
Әммә сәйер миңә:
Минең антиподым
Ер шарының башҡа яғында
Тартыламы хыялына шулай?
Ул ни уйлай?
Оҡшағанмы хисе хисемә?

Миңә сәйер,
Бик-бик сәйер уның
Эләгеүе тартыу көсөнә...
Нисек һуң ул осоп төшөп китмәй
Әллә ҡайҙа, күк төбөнә,
Болот эсенә?..
Упҡын ҡосағына,
Зөһрә-ҡыҙ янына?
Һәм тәгәрәп ятмай айҙарҙа?
Ул да беләме һуң
Шулай яна-һағына?
Һәм ынтыла әллә ҡайҙарға?
Лампочкаға ҡунған себен кеүек кенә
Ҡанатһыҙ был әҙәм бөрөһөн
Баҫып йөрөй, тиҙәр, Ер шарына...
Сәйер...
Хәйер, әйҙә йөрөһөн!..

Ә шулай ҙа мин табынам,
Мин инанам
Ерҙең ошо тартыу көсөнә.
Юҡһа мин бит
Бирелеп был яныу хисенә,
Осоп барып төшөр инем
Күҙендәге упҡын эсенә!..

Ҡыйылып, хәс тә һинең ҡашың һымаҡ,
Килгән саҡта ерҙә таң атып,
Мин белмәйем, –
Һин ни уйлайһың,
Атомдарҙы ваҡлап, тарҡатып!..
Атом төҙөлөшө миңә таныш бары
Кар Лукреций яҙған китаптан.
Мин тик Гераклитса, Демокритса
Уйлай алам,
Атҡан саҡта таң...

Шундай асыҡ болот шәкелдәре –
Ултыр ҙа кит ине уларға,
Болоттарға
Туҙған толомоңдо үреп,
Мәңгелектең рухын һуларға.

Мендәр итеп айҙы һалыр инем,
Ябыр инем йондоҙ юрғанын.
Етегәндең сүмесенән генә
Мин эсерер инем үҙеңә
Йәшлегемдең көмөш йырҙарын.
Ул болотҡа нисек ашмаҡ кәрәк?
Етерме һуң илһам ҡанатым?
Мин күтәреү көсөн бары беләм
Аэроклубта танау ҡанатып...

Уҡытыусым – ҡарт осоусым – бер мәл
«Война и мир»ҙы күреп ҡулымда,
Старт майҙанынан һөргәс,
Йөрөгәйнем
Аҙна буйы кухня юлында...
Тик барыбер остом,
Ҡостом күкте,
Һәм татыным осоу ҡомарын,
Штурвалдың әле,
Балыҡ һымаҡ,
Ҡыймылдауын тойҙо ҡулдарым.

Педалдәге аяҡтарым менән
Ҡаршылығын тойҙом елдәрҙең.
Бер саҡрым бейеклектән күрҙем
Ҡусҡар эҙен тоноҡ күлдәрҙең.

Иҫтә әле һаман бер һылыуҙың
Ҡаш өҫтөнә ҡуйып һул ҡулын,
Уңы менән яулыҡ болғағаны,
Ә йөрәктең һыҙлап һулҡыуы...

Үҙебеҙҙең мәктәп башынан мин
Бер шыҡыйып төшөп бейектән,
«Үлем элмәгенә» үңәс һалдым,
Үс алам тип ошо кейектән.

Тик һөймәне мине ҡыҙ сағында,
Ҡосағында һөйҙө иренең.
Ул ҡыҙҙың да бына һинекеләй
Еләк кеүек ине ирене!..
Аҙаҡ мин османым.
Остом бары
Ҡанатында хыял, илһамдың,
Һәм бына мин ҡапыл туҡтап ҡалдым
Сере алдында
Интегралдың, кәсер һәм һандың...

Оло һорау һымаҡ
Күктә йәйғор!..
Ете төҫлө уның нурында
Ни күрәһең?
Тик спектр!..
Инспектор
Һеҙҙең ятаҡ торған урында
Мине еңдән тартты:
— Һеҙ иҫерек?
— Юҡ, тик былай ғына...
Һәм атланым,
Баш ҡаңғырып төрлө юрауҙан.

Ингән ерем көҙгө баҡса икән,
Ә баҡсала ҡәбер таштары,
Тыуған,
Йәшәгән һәм үлгәндәрҙең
Шунда ята ғәзиз баштары.

Һөймәй ҙә хәҙер,
Көймәйҙәр ҙә,
Тик тамырын тотоп тирәктең,
Һелкетә лә елгә ҡарт олонон,
Ҡоя ергә япраҡ-йөрәкте...

Ә йөрәге тереләрҙең һаман
Үлемһеҙлек эҙләй үҙенә.
Үлемһеҙлек – мөхәббәттә яныу,
Йыр ҡалдырыу донъя йөҙөнә.

Ә йыр –
Шиғыр, һүрәт, моң ғынамы?
Кисер, кәсер,
Һин дә йырмы ни?
Кисерегеҙ, һандар,
Интегралдар!..
Йәйғор төҫлө һеҙ ҙә нурмы ни?
Йәйғор төҫлө сағыу нур булһағыҙ,
Һеҙ бит күпер ике йөрәккә!
Әйтсе, тирәк,
Ҡайҙа башҡа йөрәк?
Әҙәм теле ят шул тирәккә...

Һөйәләм дә уға,
Яҡын ят донъяға –
Интегралға китәм, кәсергә.
Һәм уртаҡлыҡ эҙләп,
Мин тотонам
Ярҙан ярға,
Ҡарҙан ҡарға күсергә...
Ябалаҡлап яуа тәүге саф ҡар,
Һинең телдә улар – кристалдар,
Минең телдә улар – күбәләк.
Күбәләктәй һинең керпектәрең,
Мин уларҙың ҡара бөртөктәрен
Һанар инем ергә сүгәләп.
«Ҡара-ҡаршы ҡарашайыҡ,
Керпектә һанашайыҡ.
Етмеш керпек – һәр күҙҙә,
Сабыр итсе бер көҙгә...
Ҡуйы ҡара керпегең,
Бирсе миңә бөртөгөн.
Үҙең миңә булмаһаң да,
Төҫөң итеп йөрөтөрмөн.
Өҫтәлемдә шәмдәр яналыр,
Тармаҡ-тармаҡ булып тамалыр.
Оҙон ғына керпек, һикһән бөртөк,
Күҙ нурыңды минән ябалыр.
Һикереп төштөм шишмәгә,
Шишмә һыуы һайҙыр, тип.
Ҡарашыңды хисем иттем,
Миндә күңелең барҙыр, тип.
Ҡоштар булып осор инем,
Ҡанат яһап булмай шул,
Һүрәтең яһап ҡосор инем,
Йәнең ҡушып булмай шул...»

Ишетмәнең минең йырымды ла,
Сыҡманың да йырсың янына.
Болоттарға һине ултырттым да,
Әллә ҡайҙа остоҡ яңынан.

Остоҡ әллә ҡайҙа!
Әллә Айға?
Эйнштейн етмәҫ алыҫҡа.
Сағыштырмаса бит бөтә нәмә,
Был донъяла
Юл оҙон да
Юл ҡыҫҡа!
Сағыштырмаса беҙ
Бер-беребеҙҙән
Бик тә бик-бик алыҫ булһаҡ та,
Үтәбеҙҙер бер үк уйҙы уйлап,
Бер үк мәлдә
Бер үк һуҡмаҡтан.
Ҡасандыр бер
Иренемә ҡунған
Бер үк ҡар бөртөгө
Иренеңә төшөп ирейҙер.
Шул уҡ уйҙар,
Шул уҡ хис-тойғолар
Һинең күңелдә лә йөрөйҙөр.

Галактика сикһеҙлеге менән
Сағыштырған саҡта Ер шарын,
Йәшәйһеңдер минең ҡуйынымда.
(Былмы уйҙың эшкә ашыры!..)

Ихтималлыҡ ҡанундары булғас,
Бер-беребеҙҙән алыҫ булһаҡ та,
Ниндәйҙер бер теүәл меридианда,
Ярай, бергә-бергә ҡунһаҡ та
(Минең төштә хатта ҡунһаҡ та...)
Һинең донъяң, миңә ят булһа ла,
Барҙыр унда уртаҡ яҡтар ҙа.
Минең дуҫтың йәмәғәте –
Һинең әхирәтең!
Булыр әле бергә саҡтар ҙа.
Сәкәшерҙәр беҙҙең бокалдар ҙа,
Беҙ эсербеҙ бер үк шарапты.
Шундай сикһеҙ диңгеҙ киңлеге лә
Төкәлдерә ике карапты!

Өмөтһөҙ тик – шайтан.
Өмөт өҙмәм,
Һин дә ен ҡыҙы бит түгелдер?
Күҙ ҡарашың шундай серле һинең,
Беҙҙә, бәлки, уртаҡ күңелдер?

Бер үк планетала йәшәйбеҙ бит,
Бергә йотоп төтөн, саңдарын.
Бергә оҙатып бер үк шәфәҡтәрен,
Ҡаршы алып бер үк таңдарын.

Тимәк, уртаҡ беҙҙең яҙмышыбыҙ,
Уртаҡ беҙҙең барыр юлыбыҙ,
Еребеҙ бер, илебеҙ бер беҙҙең,
Бер замандың ҡыҙы-улыбыҙ.

Кисер, кәсер,
Кисерегеҙ, һандар,
Интегралдар! –

Һинең улар –
Күҙең нурылыр!
Һинең фәнең,
Тимәк, минең йәнем,
Бәлки, йырым – күңелең йырылыр!

Йәшәһен фән һәм йән дуҫлығы,
Кешене бит әллә ҡайҙарға
Ошо дуҫлыҡ ҡына күтәрәлер
Зөһрә-ҡыҙ йәшәгән айҙарға!