Кешелектең бар илаһи моңо

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Кешелектең бар илаһи моңо,
Аһ-зарҙары, табыш-хатаһы,
Мәңгелек был сикһеҙ күк аҫтында
Күпме заман күмелеп ятаһың?

Икһеҙ-сикһеҙ сағыу был йондоҙҙар
Икһеҙ-сикһеҙ тыуған кешенең
Һүнгән йәндәренең ҡәберенә
Теҙеп сыҡҡан Хоҙай эшеме?

Күпме көрәш үткән был кешелек
Килеп етер өсөн был көнгә...