САЛАУАТ БАТЫР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Сосланбәк Тавасиевҡа
яҡташтарым, ер-һыу
заманым исеменән

Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын,
Оран һалып илгә, һай, Салауат
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Арыҫлан ир, яугир, шағир ҡото
Айбарланған батыр һынында.
Дошмандарын айҡар йәшен ише
Ай-ҡылысы ятыр ҡынында.

Үрткә тотҡан ауылдарҙың ҡуҙы
Дөрләп яныр бөркөт күҙендә.
Йолҡоп алған тотҡондарҙың теле
Ажар сәсер сәсән һүҙендә!..

Ҡоштар осоп етмәҫ утрауҙарға –
Ҡайҙа ғына батша һөрмәһен,
Утлы тамға өтөр киң маңлайын,
Тик бөгөлмәҫ бығау-төрмәһе...

Илкәйенең хөр көндәрен даулап,
Ирек, Ырыҫ, Хаҡлыҡ хаҡына,
Сал быуаттар аша сапты, сапты,
Сапты һаман ғәзиз халҡына.

Йөҙөп сыҡты етмеш даръяларҙы,
Ярып сыҡты етмеш тауҙарҙы,
Ҡуй-һарыҡтай турай-турай сапты
Ҡаршы сыҡҡан етмеш яуҙарҙы.

Ят тупраҡта ятып ҡалғанда ла
Аҫыл һөйәк, изге есеме,
Үҙенән дә ғәййәр яугирҙарҙың
Тел осонда булды исеме.

Ҡаһым түрә утлы Париждарға
Алғасҡыла бәреп кергәндә,
Салауаттың һынын олатайҙар
Еңеү тыуы итеп күргәндәр.

Питер эшселәре башҡортома
Әләм тотторғас та ҡыҙылдан,
Ҡылысындай сыңлап Салауаттың,
Пулковтарҙа ҡалды беҙҙең дан.

Ул Шәһиттәй шыуҙы, ҡаны һарҡып,
Кронштадттың боҙо өҫтөнән,
Башлап таҡты «Ҡыҙыл Байраҡ»ты ла
Күкрәгенә ғорур төҫ менән.

Ҡайҙа ғына ул ҡурайын һыҙмаҫ,
Ат һуғармаҫ ҡайһы йылғанан, –
Ватан ҡушҡас, утлы өйөрмәһен
Ул Эльбаға илтте Волганан!..

Батыр данын йылдар юя алмай,
Ел-дауылға ул бит ҡарамай:
Әле булһа һаҡлай фармандарын
Ҡыуышында солоҡ-ҡарағай.

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә
Еңә алмай рухын ҡорал-дау.

Хас дошмандар әле сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ, –

Пугачевы менән Салауатым,
Сапсындырып суйын саптарын,
Сәсән теле менән сәмләндереп,
Мәңгелеккә әйҙәр сафтарын!..