ҠУШҠАЙЫН
I
Яланғас яҙ ине ерҙә,
Һайрамай ҙа ине һандуғас,
Тик күңелдә мең һандуғас ине,
Ҡосағымда һинең һын булғас.
Сал сәстәрем буранында ҡалып,
Аҙашҡанда һәр бер бармағың,
Был донъяның сымылдығы булып,
Таң шаршауы япты бар яғың...
Мин ул таңдың иҫтәлеге итеп,
Һайлағайным юлда ҡушҡайын.
Был – һинеке, был – минеке, тиеп
Һәр береһенә исем ҡушҡайным.
— Күҙҙәреңә, – тинем, – баҡҡан саҡта
Керпек үртәп яныр күҙ алмам.
Һиңә бәхет илтә алмаһам да,
Тик бәғерһеҙ һиңә була алмам.
II
Йән өшөткөс хәбәр килде бөгөн:
«Ул ҡайындар хәҙер юҡ инде».
— Шул тәңгәлдән үтеп киткән саҡта
Йомоп үтәм, – тиһең, – күҙемде.
— Япраҡ ярып бөткәс кенә, – тиһең, –
Ҡырҡҡандар бит һинең ҡайынды.
Ә минеке, – тиһең, – ҡороп ҡалған
Күтәрмәйсә ошо ҡайғымды.
Ни тиһәң дә, ҡайын ҡайғылы шул,
Тик аҡ ҡына уның ҡайғыһы.
Ҡайын башынан да йөрөй икән,
Ул ағыр ҙа китер ҡайғы – һыу.
Береһен ҡырҡҡан саҡта икенсеһе
Ҡорой торған ҡайын булыуы
Ҡайғыларға ғәмһеҙ был донъяла
Бик насар ҙа түгел, һылыуым!
Инселәйек инде башҡа ағас:
Миңә – имән, һиңә – муйылды.
Япраҡтарын имән һуң ярһа ла,
Һуңғы йәме була ул йылдың.
Муйыл сыҙам, муйыл сабыр була,
Күпме өҙһәләр ҙә муйылды.
Өҙгән һайын, яҙын, үс иткәндәй,
Сәскә ата күкрәп һәр йылды.
Үҙ ҡайғыңдай күреп күңелеңә
Ҡабул итһәң минең ҡайғымды,
Ышанма һин төрлө юрауҙарға,
Йыр итербеҙ ул пар ҡайынды.
Төрлө ырым, төрлө юрауҙарға
Ышанһа ла хатта күңелең,
Ул ҡушҡайын бер йыр булып ҡалыр,
Тик үткән юл ҡалмаҫ күмелеп.
Юҡҡа өҙгәләмә үҙ-үҙеңде,
Ышан бары минең юрауға:
Ғүмер барҙа юлым һиңә илтер,
Ҡайғырмайыҡ урау юлдарға.