Һинең менән һин дә мин булып...
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һинең менән һин дә мин булып,
Халҡым үҙе уға ҡул ҡуйған,
Һәм донъяла тәүгеләрҙән булып
Үҙ бәҫен һәм илен ул тойған.
Һинең менән кәңәш итешмәгән,
Һөйләшмәгән көнөм юҡ хатта.
Бар уйҙарым, өмөт-хыялдарым
Көнө-төнө минең шул хаҡта.
Ал йөрәктән тутыҡ хәнйәрҙе!