Бер тыуа ла тик бер үлә кеше
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бер тыуа ла тик бер үлә кеше.
Үлән кеүек тыумай яңынан.
Мәңгелектә ғүмер ниндәй ҡыҫҡа!
Был хаҡһыҙлыҡ һыймай аңыма.
Бер ҡасан да мин бит булмағанмын
Был донъяға тыуған ҡәҙәре.
Бер ҡасан да башҡа мин булмамын,
Ҡосағына алғас ҡәберем.
Үлән генә үҫер унда,
Мәңге йәйер унда тамырын.
Ә мин уға, һөлдәләрем сереп,
Тик ашлама булып ҡалырым.