БАТЫРША

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

(Шлиссельбург тотҡоно)

Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыз талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҡандары...

Батҡан айҙай булып, ай, төн ярып,
Батыршаның һүнгән төнө ине...
Ыласындай йылғыр ил батыры
Салауаттың тыуған көнө ине...
Башҡорт халыҡ йырҙарынан

Мин – тотҡон Батырша,
Башҡорттоң батыры,
Ултырам зинданда,
Башымды ҡатырып...

Ҡулымда – бығауҙар,
Аяҡта – бығауҙар,
Үрмәкес һырыған
Ау һымаҡ был ауҙар.

Нәҡ себен ише мин
Сырмалдым ауында,
Ә бөркөт инем бит
Илемдең яуында!..

Яҙғандыр, күрәһең,
Зинданда ҡатырға, –
Юҡ өмөт, юҡ сара,
Юл ябыҡ ҡайтырға.

Ҡәберем – утрау,
Кәфенем – таш зиндан,
Йыназа уҡый тик
Ыҙғыр ел – шималдан*.

*Шимал – төньяҡ.

Нишләмәк, ни ҡылмаҡ
Был аҡтыҡ юлымда!
Хәл бөтә көндән-көн,
Көс китә ҡулымдан.

Ни ҡалыр, мин үлгәс,
Был меҫкен тәнемдән –
Илемде, ғилемде
Айырғас йәнемдән?

Йондоҙло булғандар
Олуғбәк ғалимдар –
Уратып уҙғандар
Уларҙы залимдар...

Сеү, ни был – тәндәктә?
Әллә был – буш хыял?!
Хәс мәсет башында
Көмөштәй йәш һилал*!

*Һилал – яңы тыуған ай.

Эй һилал, һин күктә
Битараф торғансы,
Алышып үлергә
Айбалта булһаңсы!

Эй һилал, һин бушҡа
Эленеп торғансы,
Ҡулымда ҡон алыр
Бер ҡылыс булһаңсы!

Аһ, болот ҡанаты,
Киҫмәсе һин айҙы,
Ҡалдырсы пак көйө
Бүләген Хоҙайҙың!

Аһ, киҫте, киҫте бит –
Эш китер кирегә:
Инанған айым да
Әйләнде тәрегә!..

Эй Хоҙай, юҡтыр һин,
Юҡтыр ҙа донъяла.
Булһаң, ник белмәйһең
Был хәлдән ояла?

Юҡ ҡулда айбалтам,
Һынды ай-ҡылысым.
Ни ҡылһын, талпынып,
Ситлектә ыласын?..

Ә ҡаурый ҡәләмем –
Туҡтасы, туҡтағыҙ! –
Булмаҫмы бер ҡылыс,
Булғанда аҡ ҡағыҙ?..

Бар аһын, бар зарын
Таланған илеңдең
Батшаға яҙырға
Етмәҫме ғилемең?

Бит ҡәләм ҡеүәһе
Ҡеүәтле, Батырша –
Һүҙеңә илтифат
Итмәҫме аҡ батша?

Был донъя йөҙөндә
Киң Хоҙай ҡөҙрәте:
Ярлыҡар, бәлки, тим,
Аҡ батша хәҙрәте.

Үҙемде булмаһа,
Һүҙемде ярлыҡар.
Аҡ ҡағыҙ битенә
Түгелһен барлыҡ зар!..

Ғәҙеллек хаҡында
Уйлаған уйҙарым
Бер ҡайтып күрмәҫме
Уралым буйҙарын?

Бер заман, бәлки, бер
Уҡырҙар хатымды.
Нәжескә ташлауҙан
Тут алмаҫ алтынды.

Мәңгелек бер ни юҡ,
Бөтәһе тик фани.
Бер хаким мәңге бит
Тотмаған донъяны.

Донъяға Искәндәр,
Батый ҙа Тимерҙәр
Килгәндәр – киткәндәр,
Килерҙәр, китерҙәр...

Тонйорап ай батһа,
Ергә көн тыумаҫмы?
Ҡара төн зәхмәтен
Таң нуры ҡыумаҫмы?

Ни булһа, шул булыр,
Яҙмыштан уҙмыш юҡ.
Тик ятып ҡалғансы,
Атып ҡал, юнып уҡ.
Ир китһә, ил ҡалыр,
Һынмаһа (ы)рухы...
Ҡайтыр бер илемә
Иреге, ырыҫы!..

Эй, кем бар, кем унда?
Хaт көтһөн батшабыҙ.
Бирегеҙ хаҡ ҡәләм,
Бирегеҙ аҡ ҡағыҙ!..

Шлиссельбург – Өфө