САПТАР
Муйынында ята ай хәнйәре
Ялбыр яллы болот атының.
Шуға, ахыры, киске шәфәҡ ҡаны
Күк йөҙөнә сыҡҡан атылып.
Ел, саптарым,
Елдәй ел тиҙерәк,
Ел тиҙерәк, ҡайтып етәйек:
Күк йөҙөндә ҡанһыраған атты
Күрмәй генә үтеп китәйек...
Бәйге алдың бөгөн һабантуйҙа,
Ә иртәгә яуға китәһең.
Ир башҡайы менән ат башҡайы
Ниҙәр күрмәй –
ни хәл итәһең...
Атай өсөн ул саҡ ҡайғырманым,
Атым өсөн бары ҡайғырҙым.
Һаман иҫтә ҡосоп илағаным
Муйынынан саптар айғырҙың.
...Һабан туйы ине ул көн беҙҙә:
Бөтә халыҡ – һабан туйында.
Шул көн илгә афәт киләсәге
Юҡ ине бит бер кем уйында!
Ай хәнйәре, гүйә, муйынында –
Менеп ҡайттым шул саҡ саптарҙы.
Саптар яуға китә, тигән хәбәр
Йөрәгемде минең аҡтарҙы.
Күк йөҙөндә ҡанһыраған аттан
Күҙҙәремә уттар сағылды.
Саптар менән бергә оҙаттым мин
Мәңге ҡайтмаҫ бала сағымды.