Туған тауҙар! Туған ҡаяларым!
Туған тауҙар! Туған ҡаяларым!
Туған һыуҙар, туған күлдәрем,
Һеҙ бит үҙ күҙегеҙ менән күреп
Белгәнһегеҙ батыр ирҙәрҙе.
Йүрүҙәнкәй, һинең тулҡыныңа
Салауаттың төшкән шәүләһе.
Әйтсе миңә, нисек ине күҙе,
Буйы-һыны, кәүҙәһе?
Ҡарт имәндәр! Ҡартлас ҡарағайҙар,
Ишетһәгеҙ уның тауышын,
Әйтегеҙсе, нисек йырланы ул,
Гөлбәзире менән ҡауышып?
Әй, һин, бөркөт, ғорур ҡош батшаһы,
Һиңә ҡарап шиғыр әйткәндә,
Күргәнһең бит Салауаттың күҙен,
Ниндәй осҡон ине күҙендә?
Әйт, Ҡорғаҙаҡ, уҡ-һаҙағын һалып,
Һиңә ятып һыуҙар эскәндә,
Ни тине ул, ирендәрен һыпырып,
Тәмең уның ҡанына күскәндә?
Юҡ, һеҙ әйтмәйһегеҙ!..
Һеҙ мәңгегә телһеҙ...
Тәбиғәттә бер ни ҡалмай эҙһеҙ:
Ҡаяларға елдәр эҙ һала,
Ташҡа һыу эҙ һала.
Атҡан уҡтар ҡала...
Тик кешенең төҫөн-һынын,
Тик кешенең тауышын
Һаҡлай алмай тәбиғәт...