ТӘҮГЕ СӘСКӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ярмаланған еүеш ҡар еҫтәрен –
Ярһып килгән яҙҙың һулышын
Бөрөләр ҙә тоя,
Бөрөләр ҙә саф һут йыя,
Һоро тамсы һымаҡ тулышып.
Ҡояш
Нур ҡулдары менән
Ерҙең
Бөркәнсеген аса өҫтөнән.
Ҡояш
Торған һайын яғымлыраҡ
Һәм йылыраҡ шат бер төҫ менән
Һөйөп ҡарай ергә...
Ә ер уға
Йәшлегенең тәүге сәскәһен
Бүләк итер тиҙҙән!..
Донъя ғәжәп! –
Тыуыр баламдың бит әсәһен
Мин дә шулай һөйәм...
Һәм һаҡ ҡына
Изге йөрәк аҫтына
Ҡулым менән тейеп ҡуямын:
Йөрәк аҫтында бер кескәй генә
Йөрәк типкәнлеген тоямын!..