Уралып ятҡан Урал буйҙарынан

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Уралып ятҡан Урал буйҙарынан
Урап ҡайта алғыр уйҙарым.
Армыт-армыт тауҙар итәгендә
Күҙ алдымда һабан туйҙары.
Һыны һылыу һомғол, тороҡ,
Һыу һөлөгө кеүек тайҙары.
Күҙ күреме етмәҫ далаһына
Ҡарап торам күҙем талғансы.
Усым менән һирпеп һыуын эсәм
Һыуһындарым минең ҡанғансы.
Сылтыр-сылтыр серен сисә миңә,
Телгә килеп, йәнле шишмәһе.
Йән-тәнемде биреп тыңлағанда
Ғәмем бөтә, күңел нишләһен?
Күңелемде арбап, сәскәләре
Күҙҙең яуын алып бағалар:
Әйтерһең дә, әйлән-бәйлән уйнай
Күҙ алдымда бала-сағалар.
Көтөү-көтөү йөрөгән болоттарын
Ҡарап ятыу үҙе йәннәттер.
Аҫтарыңа йәйгән күк үләне
Донъялағы иң бай зиннәттер.
Йоп ҡалдырып беҙҙең икебеҙҙе,
Йәнебеҙҙе ул бит бер иткән.
Ил инәһе булып тыуған еркәй
Һине – әсә, мине ир иткән.