СТӘРЛЕТАМАҠ
Башҡорт моңо менән уйылып атҡан
Бөтә йәмде йыйған Ашҡаҙар.
Әлмисаҡтан көмөш нурҙар атҡан
Сихри ҡосаҡтарың тарталар.
Дауыт Юлтый
Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә:
Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар.
Унда һине дуҫтар көтөп торор,
Елгә осор бөтә моң-зарҙар.
Торатауҡай менән Йөрәктауҡай
Ҡыҙ түшкәйе кеүек ҡалҡынып,
Ҡосағына алһа, һыпырып ташлар
Ҡыҙған башҡайыңдың ялҡынын.
Ялҡын яулыҡ болғап, һөйгән йәрҙәй,
Ҡаршы алыр һине Стәрле.
Ул, атайың һымаҡ, бик ябай ҙа,
Ул, әсәйең төҫлө, хәстәрле.
Аяҡ-торбаларын ҡырҡҡа бөкләп,
Төрөпкәнән төтөн бөркөтөп,
Ултырыр ул соғол олатайҙай –
Башҡорт илкәйенең бер ҡото.
Саң-төтөн дә әле етер бында,
Такси ҡатыш, күрсе, арбаны.
Тик үткәнең менән түгел мине,
Һин йәшлегең менән арбаның.
Йәшлек, йәшлек! Ниндәй генә эштә,
Ниндәй генә төҫтә күрмәнем –
Йәшен йәшнәп, күктәр күкрәгәндәй,
Дәртле, һинең күркәм бер мәлең;
Ҡулдарында осҡон уйнатҡан ҡыҙ –
Үлмәҫбикәң ниндәй дан алған.
Тимерҙе лә ҡамыр һымаҡ иҙеп,
Замандарҙы ялғай заманға.
Ә йорттарҙа, күрсе, һүрәттәрҙең
Күҙ иркәләр йәйғор нағышын.
Йәш килендәр, гүйә, сүпләп һуҡҡан
Йәшлек наҙын, йәшлек һағышын.
Сымдар буйлап елгән вагонға баҡ –
Әйтерһең дә, һомғол таң ҡыҙы,
Сайпылтмайса, шулай алдыр менән
Туй-табанға ташый ҡымыҙын.
Стәрлекәй ҡойоп Ашҡаҙарға,
Ҡойған һымаҡ уныһы Иҙелгә,
Һөйөү, бәхет һәм ышаныс бында
Бергә ҡойолғандай һиҙелә.
Шуға ла мин шатлығымдан шашып
Йыр йырланым һәр бер ҡайынға.
Сөнки шул ҡайындар араһында
Йәшлек эҙкәйҙәрем ҡайылған.
Йәшлек, тиеп, бер ҡайынды ҡосһам,
Кем һуң инде башҡа таш ҡаҙар?
Йәнкәй-йәнеш булып батҡан ерҙән
Мин яңынан ҡалҡам, Ашҡаҙар!..