ЙОНДОҘ ҠАШҠА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Яу хикәйәте
(Ҡарт һалдат Решетов һөйләүе буйынса)
Ерән ҡашҡа атҡайым да,
Башын сайҡай малҡайым,
Алдарында һолоһо бөтһә,
Һыҙыла йөрәк майҡайым.
«Ерән ҡашҡа» йырынан

Яу юлдарын, һалҡындарын
Онотмайым һаман да.
Бер саҡ шулай ерән бейә
Ҡолонланы яланда.
Ә яланда сасҡау һыуыҡ –
Үҙәккә үтеп бара.
Тик тимерсе Шаһбалыбыҙ
Ҡолон һаҡлап ултыра.
«Ҡана, сытыр ташлағыҙ, – ти, –
Өшөтмәйек ҡолондо.
Иҫән ҡалһа, ул да, бәлки,
Ҡыҙырыр бер болондо.
Дағалатып тояҡҡайын
Менеп сабырҙар әле.
Беҙ кендекәй булған сағын
Иҫкә алырҙар әле.
Мал булмаҫ! – ти үҙе тағы,
Ысынмы, әллә юрый? –
Уң яҡҡайын ялҡын өтһә,
Һул яғын бит бәҫ һырый...»
Шаһбал шунда өс урында
Ут үрләтеп ебәрҙе.
Йылынды китте ҡолонҡай,
Үрле-ҡырлы һикерҙе.
Инәһенә ҡушҡас үҙен,
Был имә лә башланы.
Комбат ҡына беҙҙең эшкә
Ҡырын ҡараш ташланы.
Аҡ тун кейеп килеп сыҡҡас
Аҡ ҡарағай аҫтынан:
— Йылҡы үрсетергә, – тине, –
Заман башҡа саҡ ҡына...
Яңы яуҙар, ҡарлы тауҙар
Көтһә лә беҙҙе алда –
Әйтеп ҡуйҙы комбат аҙаҡ,
Күҙен алмай ҡолондан:

— Эй сабыйҡай, һин дә йәл шул,
Ни ғәйебе бар малдың.
Әйҙә, тылға илтеп ҡуйһын,
Күңеле булһын Шаһбалдың.
Хәҙер машина китәсәк
Аҙыҡ өсөн колхозға...
Бына шулай ҡолонобоҙ
Ҡуҙғалды алыҫ юлға.
Яҡшыға юрап яҙмышын,
Юрап көндөң башҡаһын,
Оҙаттыҡ беҙ йылыҡайға
Ерәнсәйҙең ҡашҡаһын.
Бесән түшәп, биләп-сырмап,
Шаһбал оҙата барҙы.
Бер ауылда илтеп ҡушҡан
Янына ҡолондарҙың.
Өйөргә ҡушҡас та, ҡолон
Һөт имгән имеҙлектән.
Шаһбал быны йыш һөйләне,
Онотһаҡ та беҙ күптән.
Теленән һис төшөрмәне
Нисек Йондоҙ ҡашҡаны
Ышаныслы ҡулға биреп,
Үҫтерергә ҡушҡанын.
Юлын да гел, онотмам, тип,
Һүҙҙе шуға ҡайырҙы:
«Һуғыш бөткәс, үҙем барып
Дағалармын айғырҙы...»
Шаһбал әйтһә, һүҙ – атҡан уҡ,
Улмы һуң бушҡа тоҫҡай?..
Тик һуғыш – һуғыш инде шул –
Ашыҡты беҙҙең дуҫҡай.
Һиҙмәй ҡалды ут аҫтында
Ҡаны ҡарҙы өткәнен –
Йәшәү өсөн йәнен биреп,
Был донъянан киткәнен.
...Бына алыҫ Карпат ере,
Бына уның ҡәбере.
Күпме ҡәбер һөйләй беҙгә
Был тормоштоң ҡәҙерен!..

Тормош шаулай ҡарағайҙың
Яҙғы һағыштарында,
Балта сыңы, тәгәрмәс һәм
Даға тауыштарында...