МӘҢГЕЛЕК МОҢ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Эҙләнергә кәрәк ғүмер буйы,
Табырға ла – эҙләп бер киткәс,
Мәңгелек моң тап һин туй, уйында,
Ығы-зығыларҙан ваз кискәс.
Ғүмер буйы эҙлә бәхетеңде,
Бәхетлеһең, әгәр эҙләһәң...
Бәхетһеҙҙәр күпме был донъяла –
Аҙым һайын улар, йөҙләгән.
Үлем менән йәшәү сигендә лә
Мәңгелек моң торһон саҡырып.
Тама-тама, тамсы ташты тишер –
Моң шишмәһе йырлар аҡ йырын.