Тормошоңда иң татлыһы...
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
— Тормошоңда иң татлыһы
Нимә һуң? – тиһәң әгәр, –
Татлы нәмә юҡ донъяла
Йән һөйгән хеҙмәт ҡәҙәр.
Унан башҡа йәшәп булмай,
Һалҡын бушлыҡ – йөрәгең.
Үҙеңде һин ярҙа ятҡан
Балыҡ кеүек күрәһең.
Йөрәгемдең бөтә көсө
Халҡыма булһын ине.
Шунда ғына йәшәүемдең
Бар мәғәнәһе минең.