БОЛОТТАР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Болоттар болара, –
Бер үк шул болоттар.
Йәшене ялтырай –
Бер үк шул был уттар.
Урмандар шаулайҙар,
Йылғалар ағалар.
Ерҙәге бар халыҡ
Тик теләй бер хаҡлыҡ.
Башҡалар кеүек беҙ
Был яҡты донъяла,
Ҡырҡты артылдыҡ –
Ә һаман беҙ – бала!..
Айға ла кешеләр
Менерҙәр, төшөрҙәр.
Мыж килер донъябыҙ,
Беҙ генә булмабыҙ...