АУЫЛДАШТАР
Ҡайттым. Бөтәһе лә яңы бында:
Яңы урам, яңы буралар.
Яңы йәштәр яңы йырҙар йырлай,
Яңысарак тормош ҡоралар,
Яңысараҡ сәсә, уралар...
Беҙ тапаған баҫыу ҡапҡаһынан
Машинала эшкә китәләр.
Мотоцикл менән һыу ташыйҙар.
Хатта көтөүен дә көтәләр, —
Дыу килтереп донъя көтәләр!..
Монтер, радист — минең иҫке дуҫтар.
Бар иҫкене вата, һүтәләр.
Мин киткәндә тыумай ҡалған ҡыҙҙар
Кис сәхнәлә хайран итәләр,
Миңә ҡырын ҡарап үтәләр!..
«Урыҫ кәләш» алған күршем Заһир,
Ә Фәрзәнә сыҡҡан ҡырғыҙға.
Был ни! Әсәйем дә китап уҡый —
Күҙлек кейеп сумған «Ырғыҙ»ға,
Оҡшап тора үҙе бер ҡыҙға!
Гүйә, ярты ҡалаҡ онға бутап,
Бешермәгән ауылым балтырған,
Гүйә, ҡайғы, аслыҡ, күҙ йәш күрмәй,
Ғүмер баҡый шулай бай торған!..
(Миңә генә танһыҡ балтырған.)
Шатлыҡлы ла һәм моңһоу ҙа бер аҙ
Был яңылыҡ иҫке урында.
Иҫкесә тик таң уята әтәс,
Тик көн төнәй шәфәҡ нурында.
Ай тирбәлә былбыл йырында.
Иҫкесә тик сиңерткәләр генә
Бәхеттәрен сүкей үләндә.
Юҡ булдыҡ, тип алдай бытбылдыҡтар.
Үлән утлап аттар йөрөгәндә,
Төнгө ҡыңғырауҙар көлгәндә...
Иҫкесә тик таңын кәкүк саҡыра,
Кемдәргәлер һанап ғүмерҙе...
Кәкүк, кәкүк, аһ, һин ҡыҫҡа иттең
Ғүмеркәйен яуҙа күп ирҙең —
Ҡайтып күрмәй улар был ерҙе!..
Илгә ҡайтып һәйбәт иткәнһең, тип,
Ҡайтыуымды хуплай бабайҙар.
Тик, ниңәлер, йәштәр генә миңә
Бер шикләнеү менән ҡарайҙар,
Ҡырыҫыраҡ хатта малайҙар.
Имеш, ялға ғына ҡайтҡанмын да
Китәсәкмен тиҙҙән ҡалаға.
Юҡ, дуҫтарым, мин бит шул уҡ һаман,
Һаман миндә шул уҡ ҡан аға,
Шул уҡ күҙем баға донъяға...
Минең һис тә иҫке таҫыллығым,
Йәшлек дәртем әле һүнмәне.
Ос һәнәген ҡулға үҙем тотоп.
Ырғытырмын тотош һүләне.
(Һүлә, тиҙәр, беҙҙә күбәне.)
Мин һынатмам, тик һеҙ һынатмағыҙ,
Ә шикләнеү минән — урынһыҙ:
Мин һеҙҙеке, сөнки һеҙ минеке,
Һағыныуым, күңел нурым һеҙ.
Йырланасаҡ матур йырым һеҙ!..