КҮСТӘНӘС

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Оло байрамдыр ул алыҫ ерҙә
Ауылыңдан алыу күстәнәс,
Һәм, етмәһә, әсәң үҙе яҙып,
Ҡош телендәй хaт та өҫтәгәс.

Астым күстәнәсте – ни генә юҡ:
Ҡаҙ, бауырһаҡ, йүкә балдары!..
Тик күгәрсен һөтөн генә тапмай
Бала өсөн әсә ҡулдары!

Бына бит ул бейәләй ҙә һалған
Йәш бәрәндең мамыҡ йөнөнән.
Май төрөлгән район гәзитенең
Һәр бер хәрефенә һөйөнәм!

Кескәй генә ошо бер ҡумтаға
Һыйған һымаҡ бөтә Уралым.
Гүйә, шул мәл елдәй арғымаҡта
Тыуған ергә етеп ураным...

Әйҙә, дуҫтар, ауыҙ итәйек бер
Минең әсәй ҡойған ҡаҡтарҙы!
Уның ҡулы йыйып алып килгән
Еҫен-тәмен тыуған яҡтарҙың...