Ниндәй ваҡ беҙ, ҡот осҡос ваҡ...
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ниндәй ваҡ беҙ, ҡот осҡос ваҡ,
хәтәр бай һымаҡ,
Йәшәй бирәбеҙ шул
Болот баҫҡан ай һымаҡ.
Ә айға һуң кем һуң нурын бирһен,
Ер нурланһын өсөн яҡтыраҡ?
Уйламайбыҙ,
Һис тә ҡайғырмайбыҙ,
Беребеҙҙән-беребеҙ ярлыраҡ.
Ә халҡыбыҙ ниндәй оло йәнле –
Бер йырҙары ғына ни тора!
Көткән була, ғәзиз әсә һымаҡ,
Һәр бер һүҙҙе, йәне ҡалтырап...