45-ТӘ КҮРГӘН ТӨШӨМ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мөхәббәтем!
Һине төштә күрҙем,
Күрмәһәм дә һине өнөмдә:
Тылсымлы бер көҙгө бирҙең,
Һаҡлаһын, тип,
Ҡыйын көнөндә...

Иҙәндәре ҡубып-һынып бөткән
Иҫке өйҙә, имеш, мин тағы.
Әсәйем дә
(Күпме ваҡыт үткән!..)
Сәйен яһап, һыйлай ҡунағын.

Дуҫым килгән, имеш,
Уртаҡ дуҫ ул –
Йәшлек юлын бергә бүлешкән.
Тик юлыбыҙ
Күптән аймылышып,
Күптән уның менән дә
Юҡ күрешкән...

Һәм бына һиңә!..
Элеккесә һылыу,
Элеккесә көләс йөҙлөһөң.
Тик күҙендә
Әйтеп бөтмәҫ һағыш...
Һин аҡылдан яҙған
Күҙлеһең!..

Өс балаңды йыйып алғанһың да
Ҡайтып төштөң Ташкент яғынан.
— Ниңә ҡайттың
Йөрәк әрнетергә? – тигәс,
Бер һүҙ әйттең:
— Һағынам!

Һәм ҡысҡырып көлөп ебәрҙең дә
Тотондоң һин үкһеп иларға.
(Эй ҡатын-ҡыҙ!..
Һәр саҡ күҙ йәштәре –
Ни әйтәһең инде уларға!..)
Мин, онотоп биргән вәғәҙәмде,
Ҡосағыма алдым,
Иркәләнем һине, йыуаттым,
Элеккесә ебәк толомоңдо һүттем, үрҙем...
Һәм ҡапылда
Һине юғалттым...

Кескәй генә
Көҙгөң ҡалған уста,
Ҡап уртаға сатнап ярылған.
Ә артына ярты латин менән
«Мөхәббәтең» тиеп яҙылған.
Һаҡлар, имеш,
Ҡыйын көндәреңдә!..
Һаҡлаһасы ул көс үҙеңде.
Ниңә икән теүәл егерме биш
Йыл элек
Һонманың һин ул көҙгөңдө?..