Туйҙым да мин ялған, яуыздарҙан...

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

(Монолог)

Туйҙым да мин ялған, яуыздарҙан
Бар донъяһын тиңләп өрәккә,
Бер көлдөм дә ер тетрәтеп,
Хәнйәр тыҡтым йөрәккә.
Әйтерһең дә, мин үҙемә түгел,
Ә донъяға һалдым ҡулымды.
Әйтерһең дә, бар ялғанды быуып,
Дөрөҫлөккә һалдым юлымды.
Әйтерһең дә, еңдем яуызлыҡты,
Ҡомһоҙлоҡтоң ҡарун ҡолдарын,
Азат иттем ерҙе һәләкәттән
Хәнйәр тотҡан саҡта ҡулдарым.
Миңә рәхәт ине, бөйөк шатлыҡ,
Йөрәгемдә хистәр байрамы!
Әйтерһең дә, ҡулда хәнйәр түгел,
Дөрөҫлөктөң утлы байрағы.
Әйтерһең дә, еңдем кешелектең
Иң әшәке яуыз дошманын,
Һәм үтәнем намыҫ ҡушҡанын.
Ҡараңғы төн булған тормошом
Яҡты йондоҙ булып балҡыны.