ҠОЛОНСАҠ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Сабып килә ҡолоном,
Текә һуғып тояғын.
Томбойоҡтай еҙ шөңгөрө
Йәмгә күмә ян-яғын.
Янып торған сылт ҡара ул,
Ял-ҡойроғо ялтырай.
Күгәүендәр ҡунған булһа,
Түшкенәһе ҡалтырай.
Һай, ҡарасман, ҡалай һомғол,
Юртҡан була бит әле!
Ауыҙлыҡлап атланырмын,
Арҡаң нығып ет әле!
Аҫау булып ажғырырһың,
Сапсынырһың, ҡолоном.
Йырлап ҡына эсерермен,
Ашап туйғас һолоно.
Күкрәк ҡағып юрғаларһың,
Ялың һыйпап һөйөрмөн.
Ҡарасманым, ҡолонсағым,
Бала сағым, тиермен.