КӘБӘН

Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.

Ҡырмыҫҡалар, күпме ҡырмыҫҡалар
Ҡанатланып сыҡҡан иләүҙән.
Мыж килә был ҡырмыҫҡалар яуы,
Балаларын сисеп биләүҙән...

Ҡабалана, ҡайнай, үрһәләнә,
Ауа-түнә эшләй туғайҙа.
Ҡырмыҫҡалай эшсән, тырыш йән һуң.
Әйтегеҙсе миңә, ул ҡайҙа!

Ҡылдай билкәйен ул бөгә-һыға
Үҙенән ҙур йөктө күтәрә, —
Күк аҫтында кескәй бер тау ҡалҡа,
Ә күк йөҙө — сикһеҙ, кук — тәрән!..

Өҫтәүенә, ана, болот сыҡты,
Һелтәй-һелтәй килә ҡамсыһын.
Тып-тып итеп биткә килеп төшә
Ямғыр күҙе — күктең тамсыһы.

Кук күкрәй! Беҙ, болоҡһоп, күккә
Алан-йолан ҡарап алабыҙ.
Ашығабыҙ ҡырмыҫҡалар һымаҡ —
Һуңғы кәбәнде бит һалабыҙ!..

Күкрәкләнде кәбән, күркәмләнде.
Күп тә үтмәй, кәбән осланды.
Арҡан сөйҙөк кәбән баҫыусыға —
Күр, ул ҡалай ергә осҡанды!..

Бесән түгел, шиғыр, әүрәткес йыр.
Йыр тейәлеп килгән һәр йөккә!
Кеше генә, ахыры, эше менән
Күтәрелә шулай бейеккә!

Йәшнә, йәшен! Йәшә, йәшел кәбән.
Күңелдәрҙе, әйҙә, ҡыуандыр!
Бәлки, минең иң шәп шиғырым да
Бына ошо кәбән булғандыр!..