Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап,
Ташҡа ырып яҙған китабым.
Белмәйем дә, уның өсөнсөһөн
Яҙырмынмы икән мин тағын?..

Быныһына ярты ғүмер китте,
Китте йәшлек, китте бар хисем.
Китте генәме һуң? Бер сабыйҙың
Һәләк иттем ғүмерен йыр өсөн.

Етмәһә, һин уны Лилиәмә,
Һанға һуҡмай хисен атаның,
Ят бер исем бирҙең, иҫтәлеген
«Таш сәскә» тип шуға атаным...