Бөрөләрҙе йыуып, ямғыр яуа
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бөрөләрҙе йыуып, ямғыр яуа,
Тәүге генә ямғыр икән ул.
Бөрөләрҙе йыуып, шифалы һыу
«Һә» тигәнсә япраҡ итә шул,
Япраҡтарҙы яҙҙар көтә шул.
Ә мин шаян,
Йәш бер бөрө һымаҡ,
Ялан баштан тороп тамсыла
Көтөп торам:
Ҡасан мин бөрөнө,
Япраҡ итеп, тормош ҡамсылар,
Йәм бирһен тип тирәк-халҡыма!