УРАҠ МЕНӘН СҮКЕШ
**
Әсәйҙәрҙең көмөш Урағынан
Күпме усма ятҡан усмаға,
Атайҙарҙың алтын Сүкешенән
Аҙмы йондоҙ баҙлап осмаған!
Әсәйҙәрҙең көндәй күҙ нурҙары,
Атайҙарҙың ҡойған ал ҡаны.
Ураҡ, Сүкеш, Йондоҙ, Башаҡ менән
Нығытылған илдең ҡалҡаны.
Яуҙа ауған күп ирҙәре илдең
Бирмәйенсә Ватан, Уралын.
Тик ҡалдырған беҙгә ҡомартҡыға
Ураҡ-Сүкеш тигән ҡоралын.
Быуаттарҙың соғоллоғо һеңгән
Ошо ике ябай ҡоралға.
Донъялағы бөтә матурлыҡ бит
Улар берлегенән яралған.
Ай Ураҡты Сукеш тешәгәнгә
Ерҙә тыуған тынмаҫ хәрәкәт.
Ураҡ менән Сүкеш йәшәгәнгә
Донъя — имен, ерҙә — бәрәкәт.
Ҡарағоштар, арыҫландар ни һуң.
Ғәйрәт сәсһә Сүкеш һәм Ураҡ!
Ҡояш нурын һирпеп бар йыһанға,
Бар Ер шарын алыр бер урап.
Иң боронғо ике был ҡоралға
Инселәнгән ерҙә бөйөк эш:
Ҡыҫыр башаҡ урмаҫ был ай Ураҡ,
Буш һандалға һуҡмаҫ был Сүкеш!